Радий Хәбиров үҙенең тыуған көнөн «Ирҙәрсә һөйләшеү»ҙән башланы
Бөгөн, 20 мартта, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең тыуған көнөн йола буйынса Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында үткәрә. Ошо көндәрҙә бында «Ирҙәрсә һөйләшеү» республика профилле сменаһы бара. Унда 400-гә яҡын егет, хәрби-патриотик клубтарҙа ҡатнашыусылар һәм «Юнармия» Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе тәрбиәләнеүселәре, шулай уҡ иҫәптә торған балалар саҡырылды.
Бөгөн көн плацта теҙелеүҙән һәм «Авангард» уҡыу-методик үҙәге директоры Никита Рекруттың курсант төркөмдәренең ике яҡлы тактик уйынға әҙерлеге тураһында доклады менән башланды.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, улар хәрби фән нигеҙҙәрен өйрәнеүҙән тыш, характерын да сыныҡтыра, рух көсөн дә нығыта.
https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-20/radiy-habirov-provodit-muzhskoy-razgovor-4164618