Өфөлә МХО яугирҙары именлегенә йәштәр ифтары ойошторолдо
Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында МХО яугирҙары именлегенә арнап йәштәр ифтары үткәрелде. Ул бөтә республиканан 200-ҙән ашыу йәш егет-ҡыҙҙы йыйҙы.
Сара республика мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлиндың вәғәзе менән башланды. Ул халыҡтар берҙәмлеге, МХО һуғышсыларына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү тураһында һөйләне.
– Бөгөн Ватаныбыҙ һағында төрлө дин һәм милләт вәкиле тора. Мосолмандар намаҙ уҡыған саҡта уларҙы христиандар һәм башҡа дин вәкилдәре һаҡлап тора. Быйыл православие посы менән Рамаҙан айы бер айға тура килде. Шуны әйтергә кәрәк, илебеҙҙә мосолмандар өсөн бөтә шарттар булдырылған. Беҙгә быны ҡәҙерләргә һәм һаҡларға кәрәк. Был сараны башлап ебәргән активистарға рәхмәтемде белдерәм, – тип билдәләне Айнур хәҙрәт.
Ифтарҙа ҡатнашыусыларҙы Өфөнөң Изге Пантелеймон сиркәүе руханиһы отец Виктор, «Александр Невский» хәрби-патриотик берләшмәһе етәксеһе Кантемир Хуртаев һәм Урал аръяғы имам-ахуны Хәмзә Хафихов сәләмләне. Хәмзә хәҙрәт ифтар мәжлесенең 2024 йылда ЮНЕСКО-ның мәҙәни ҡиммәттәр каталогына индерелеүен билдәләне.
– Был сара бик мөһим әһәмиәткә эйә. Ошо мәлдә бөтә донъя мосолмандары ифтар үткәрә, намаҙ уҡый. Шуныһы мөһим: ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, алғы һыҙыҡтағы яугирҙәребеҙ ҙә бөгөн үҙ ураҙа тоторға тырыша. 2023 йылдан отец Виктор менән СВО зонаһында яугирҙарҙың рухи остазы булып хеҙмәт итәбеҙ. Егеттәр менән бергә блиндаждарҙа мәсеттәр эшләп, намаҙҙар уҡыйбыҙ, доғалар ҡылабыҙ. Республиканан ирекмәндәребеҙ хәләл ризыҡтар килтерә, уларға ҙур рәхмәт, — тине Хәмзә Хафизов.
Дөйөм намаҙға аҙан әйтер алдынан йәштәргә сәләм һүҙҙәрен Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Ғаяз Бикбулатов, Башҡортортсотан татарҙары конгрессы рәйесе Загир Хәкимов, Өфө-Табын казак йәмғиәте етәксеһе урынбаҫары Фәғим Низамов еткерҙе.
Йәштәр ифтарында ҡатнашыусы, Өфөнән 33 йәшлек Азамат Рамаҙанов исламға йәштәр күпләп килеүен, диндең таралыуын билдәләне.
«Йылдан-йыл йәштәр күпләп мәсеттәргә йөрөй, ураҙа тота башланы. Был мине бик шатландыра. Ә бөгөнгө йәштәр ифтары кеүек саралар рухи ҡиммәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡларға ярҙам итә. Ағайым Илгиз менән дөйөм туҡланыу бизнесын төҙөнөк, Өфөлә хәләл кафелар селтәрен астыҡ. Киләсәктә бизнесты киңәйтергә, динебеҙҙе үҫтереүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә теләйбеҙ. Ни тиһәң дә, ислам – изге эштәргә саҡырыусы тыныс, изгелекле дин», – тине Азамат.
«Мин бишенсе йыл ураҙа тотам, минең өсөн Рамаҙан – рухи яҡтан үҫешеү айы. Мин Әбйәлил районында йылҡысылыҡ менән шөғөлләнәм. Мин үҙемдең кәсебемде, тәү сиратта, халҡыма файҙа булһын өсөн үҫтерәм», – тип уртаҡлашты Айтуған Фәттәхов.
Мәҡәләне рус телендә уҡырға.