Архангел районында тағы бер ауыл халҡын эвакуациялайҙар19.03.2025
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы

Архангел районында тағы бер ауыл халҡын эвакуациялайҙар

Архангел районының тағы бер ауылында ташҡын менән көрәшәләр. Тәүәкәстә 60-тан ашыу йорт биләмәһен һыу баҫҡан.


Ҡотҡарыусылар өс йорттан ете кешене, шул иҫәптән дүрт баланы эвакуациялаған. Башҡалар эвакуациянан баш тарта, тип билдәләнеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында. Ваҡытлыса йәшәү пункттары халыҡты ҡабул итергә әҙер.


Ауылда ваҡытлыса гидропостар ҡуйылған, һыу кимәленә даими мониторинг үткәрелә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығында оператив штаб тәүлек әйләнәһенә эшләй.


Архангел районының Айытмәмбәт, Оҙондар, Баҫыутамаҡ, Ғәйфулла ауылдарын да һыу баҫыуы ихтимал. 


Шул уҡ ваҡытта Аҙау ауылы янында ташҡынға бәйле ыңғай динамика күҙәтелә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, унда ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде һәм 127 кеше эвакуацияланды.


Ташҡынға бәйле хәлде Башҡортостан Башлығы шәхси контролгә алды.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-19/v-arhangelskom-rayone-bashkirii-evakuiruyut-zhiteley-esche-odnoy-derevni-4163284



Вернуться назад