Өфөлә «Лада Калина»ны йотҡан урын яңынан ишелә башлаған19.03.2025
Фото: видеонан скриншот

Өфөлә «Лада Калина»ны йотҡан урын яңынан ишелә башлаған

Өфөнөң Интернациональ урамында, «Лада Калинаны» йотҡан урында, йәнә ер убылған, тип хәбәр итә урындағы халыҡ. Улар әйтеүенсә, соҡор көндән-көн ҙурая. Граждандарҙы яҡлау идаралығында хәлде контролдә тотоуҙары тураһында белдерҙеләр.


«Температураның бер күтәрелеүе, бер түбәнәйеүе һөҙөмтәһендә тупраҡ баҫылған, яҡын арала соҡорҙо ҡабаттан күмеү эштәре башҡарыла», – тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 9 март төнөндә баш ҡалабыҙҙың Интернациональ урамындағы бер йорт ихатаһында ер ишелеп, ағас һәм «Лада Калина» автомобиле соҡорға төшөп киткәйне. Автомобилде махсус техника менән сығарғандар.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-19/v-ufe-poglotivshaya-ladu-kalinu-yama-vnov-stala-obvalivatsya-4163303





Вернуться назад