Өфөнән Истанбулға авиарейстар арттырыла
1 июндән Өфөнән Истанбулға рейстар арттырыла. Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был йүнәлеш буйынса осоштарҙы Utair авиакомпанияһы йәкшәмбе көндәрендә 186 урынлыҡ Boeing 737-800 самолеттарында башҡара.
Өфөнән осоу урындағы ваҡыт буйынса көндөҙгө 1-се 30 минутҡа, Истанбулдан иһә киске 5-се 25 минутҡа планлаштырылған. Юлға 4 сәғәт 55 минут ваҡыт китә.
Аэропорттың ғәмәлдәге теҙмәһендә Өфө – Истанбул – Өфө тура рейстарын Red Wings авиакомпанияһы башҡара.
https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-19/aviareysov-iz-ufy-v-stambul-budet-bolshe-4163459