Республикала Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 135 йыл тулыу билдәләнә
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙҙың данлы улы һәм легендар совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 135 йыл тулыуҙы билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Рәсми документ «Башинформ» ҡарамағында бар.
Ҡарарҙан күренеүенсә, юбилей сараларында «Ҡыҙыл паша»ның СССР-ҙың Яҡын Көнсығыш һәм Көнбайыш Азия илдәре менән дипломатик мөнәсәбәттәр булдырыуға һәм үҫтереүгә индергән өлөшөн сағылдырыу ҡарала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хәҙерге Бишбүләк районының Дүсән ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ – совет Рәсәйенең ғәрәп донъяһындағы тәүге тулы хоҡуҡлы вәкиле. Хәкимов Әбдел Әзиз ибн Сәғүд династияһы башлығының һәм нигеҙ һалыусыһының яҡын дуҫына әйләнгән, Ғәрәбстан ярымутрауындағы ябай халыҡтың ышанысын яулаған.
Бынан алда Башҡортостанда Кәрим Хәкимовтың тормошо тураһында спектаклдең премьераһы булды.