Яҡташтарыбыҙ Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан миҙал менән бүләкләнде
Белоретта Мария Ивановна Леонтьеваға һәм Тамара Дмитриевна Ломовцеваға Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан миҙалдар тапшырылды. Белорет районы хакимиәте хәбәр итеүенсә, райондың олимпия резервындағы спорт мәктәбе директоры Галина Рыжкина өлкән йәштәге инәйҙәрҙең өйөнә килде.
Мария Ивановна – фашист концлагеры тотҡоно. Хәҙер уға 99 йәш, 8 июлдә 100 йәш тула. Һуңынан Тамара Дмитриевнаға миҙал тапшырылды. Ул тыл эшсәне, 95 йәштә.
«Икеһе лә тормошто ярата, алсаҡ, ҡунаҡсыл. Ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алдылар һәм юбилей миҙалын ғорурлыҡ менән ҡабул иттеләр. Иғтибар өсөн рәхмәт белдерҙеләр, был улар өсөн бик мөһим. Ветерандарыбыҙға ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ, туғандары һәм яҡындары һәр ваҡыт яндарында булһын, Еңеү көнөн иҫән-һау ҡаршылаһындар», — тиелә муниципалитет белдереүендә.
Бынан алдараҡ Бишбүләк районынан 102 йәшлек Пелагея Николаевна Леонтьеваға, шулай уҡ Асҡын районынан 100 йәшлек Александра Прокопиевна Степучеваға Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы миҙалдар тапшырылды.