Башҡортостанда ташҡынға бәйле хәлде Радий Хәбиров контролгә алды
Архангел районында ташҡынға бәйле ғәҙәттән тыш хәл махсус контролдә тотола, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
«Ошо һәм оло һыуға бәйле башҡа хәлдәрҙе айырым контролдә тотабыҙ. Архангел районынан тыш, Белорет, Благовар, Ғафури райондары биләмәһендәге йорт яны участкалары, 12 юл участкаһы һәм ике күпер һыу аҫтында. Һыу баҫҡан осраҡта, 112 һандарына шылтыратығыҙ», — тип яҙа республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Аҙау ауылында Инйәр йылғаһы ярҙарынан сыҡҡан, ихаталарҙы, торлаҡ йорттарҙы һыу баҫҡан. Урында оператив штаб эшләй.
Ҡотҡарыусылар 103 кешене эвакуациялаған, уларҙың 80-е, шул иҫәптән 17 бала ваҡытлыса йәшәү пункттарына урынлаштырылған. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, кешеләр ҡайнар аш һәм кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителгән. Ауыл халҡы менән психологтар һәм социаль хеҙмәткәрҙәр эшләй. Эвакуация дауам итә.