Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы епшек ҡар һәм томан хаҡында иҫкәртә18.03.2025
Фото: Ксения Калинина

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы епшек ҡар һәм томан хаҡында иҫкәртә

Алдағы тәүлектә Башҡортостанда томан, боҙлауыҡ һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә. Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 19 мартта республиканың ҡайһы бер райондарында боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, төндә һәм иртән юлдарға ҡар ятыуы фаразлана.


Автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм иртән томан, күреү мөмкинлеге – 500 метр.


Бынан алда «Башинформ» Башҡортостанда ямғыр һәм епшек ҡар тураһында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-18/mchs-po-bashkirii-predupredilo-o-mokrom-snege-i-tumane-4161519



Вернуться назад