Өфөләр хужаһыҙ автомобилдәр хаҡында хәбәр итергә мөмкин
Өфөлә ташландыҡ автомобилдәрҙе эвакуациялайҙар. Ленин районы хакимиәтенең телеграм-каналында хәбәр итеүҙәренсә, 15 апрелгә тиклем өфөләр [email protected] электрон почтаһында хужаһыҙ транспорт тураһында хәбәр ҡалдыра ала.
Транспортты фотоға төшөрөп, адресын да яҙырға кәрәк.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Өфөлә юлдағы конфликттан һуң автомобилгә ут төртөүҙәре тураһында яҙғайны.