Башҡортостанда автомобилде ОСАГО полисынан тыш теркәргә мөмкин
21 мартта пленар ултырышта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында республика кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында закон проектын ҡарарға йыйына. ОСАГО-ны автомобилде теркәү өсөн мотлаҡ документтар исемлегенән төшөрөп ҡалдырырға уйлайҙар. Был хаҡта республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, машина һатып алыу уны шунда уҡ файҙалана башлауҙы күҙ уңында тотмай. Шуға бәйле ОСАГО полисын тиҙерәк рәсмиләштереү талабы артыҡ. Яңы норманы ҡабул итеү автомобиль хужаларының аҡсаһын экономияларға мөмкинлек бирә һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә йоғонто яһамай. Автомобиль менән йөрөгән осраҡта полис мотлаҡ кәрәк, был йәһәттән үҙгәрештәр юҡ.
Мартта шулай уҡ сит ил агенттары тип танылған осраҡта депутаттарҙың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһындағы закон проектын ҡарарға әҙерләнәләр, тип хәбәр иткәйне Башинформ.