Башҡортостанда тыл эшсәне 90 йәшлек юбилейын билдәләне
Асҡын районынантТыл хеҙмәтсәне Наилә Нухова 90 йәшлек юбилейын билдәләне. Муниципалитет башлығы Денис Йосопов уны тыуған көнө ҡотланы.
Асҡын районы хакимиәтендә белдереүҙәренсә, Наилә Нухова Ҡубыяҙ ауылында тыуған, шунда уҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлаған, һуңынан Урмияҙ ауылында уҡыған. Юбиляр инәйҙең бала сағы һуғыш осорона тура килә. Мәктәпте тамамлағандан һуң ул трахома шәфҡәт туташтары курстарында уҡый, хеҙмәт юлын Үтәш ауылында башлай. Хаҡлы ялға тиклем урындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктында санитарка булып эшләй.
Наилә Ғәшим ҡыҙы тормош иптәше Мирғаяп Нухов менән ете ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Бөгөн ул бай өләсәй һәм ҡарт өләсәй – уның 14 ейән-ейәнсәре һәм 17 бүлә-бүләсәре бар.