Ҡырмыҫҡалы районында ҡотҡарыусылар термаль комплекстан 33 кешене эвакуациялаған17.03.2025
Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Ҡырмыҫҡалы районында ҡотҡарыусылар термаль комплекстан 33 кешене эвакуациялаған

Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары «Зәңгәр күл» термаль комплексы хеҙмәткәрҙәре менән бергә ике кәмәлә 33 кешене, шул иҫәптән ике баланы эвакуациялаған. Ашығыс хеҙмәттәр килеп еткәнсе дүрт кеше үҙ аллы эвакуацияланған, 10 хеҙмәткәр комплекста тороп ҡалған. Һыу, аҙыҡ-түлек һәм дарыу запасы бар.


Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, эвакуацияланғандарҙы автобус менән Өфөгә алып ҡайтҡандар. Комплекста 47 кеше, 16 еңел автомобиль булған. Зыян күреүселәр юҡ. 


Хәбәр иткәнебеҙсә, улар Ҡырмыҫҡалы районына мунса комплексына килгән. Өфөгә ҡайтыр ваҡыт еткәс, Үҙән йылғаһы аша күперҙе һыу баҫыуы, еңел машиналарҙың үтә алмауы асыҡланған.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-17/v-bashkirii-spasateli-evakuirovali-33-otdyhayuschih-iz-termalnogo-kompleksa-4159087



Вернуться назад