Башҡортостанда 102 йәшлек инәйгә Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы миҙал тапшырылды
Михайловка ауылында йәшәгән Пелагея Леонтьеваға быйыл майҙа 103 йәш тула. Бишбүләк районының йөҙйәшәр инәйен муниципалитет хакимиәте башлығы Артур Зарипов ҡотланы. Ул Пелагея Николаевнаны Еңеүҙең 80 йыллығы менән тәбрикләп, уға иҫтәлекле миҙал тапшырҙы.
«Михайловка ауылынан ошо әүҙем һәм алсаҡ инәй 100 йәште үткән тип әйтер? Әммә был ысынлап та шулай. Быйыл 1 майҙа Леонтьева Пелагея Николаевнаға 103 йәш тула. Бөгөн ул Михайловкала ғына түгел, районыбыҙҙа ла иң оло йәштәгеләрҙең береһелер, моғайын. Әле лә күҙлекһеҙ уҡый һәм яҙа. Һуңғы ваҡытта насарыраҡ күрә башланым, тип көлә ул. Рәхмәт һеҙгә, ветерандарыбыҙ», — тип яҙа Артур Зарипов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Бынан алдараҡ Асҡын районында Александр Прокопьевна Степучева 100 йәшлек юбилейын билдәләне.