Өфөлә санитар айлыҡ башлана
Өфөнө тәртипкә килтереү ваҡыты етте. 7 апрелдән 1 июнгә тиклем баш ҡалала санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү айлығы ойошторола.
Өфө хакимиәте хәбәр итеүенсә, был осорҙа ҡалала урамдарҙы, квартал эсендәге биләмәләрҙе, гараж кооперативтары, баҡсасылыҡ ширҡәттәре биләмәләрен таҙартыу эше башҡарыла.
Шулай уҡ юлдар, тротуарҙар, ҡоймалар ремонтлана, йылға-күл һәм шишмә буйҙары таҙартыла. Бынан тыш, ағастар ултыртыла.
Предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәренә эргә-тирәләге биләмәләрҙә тәртип урынлаштырыу, фасадтарҙы, ҡоймаларҙы буяу бурысы йөкмәтелде.
«Башлыса таҙартыу эштәрен коммуналь һәм торлаҡ хеҙмәттәре башҡара. Әлеге ваҡытта улар туҡталыш павильондарын йыуа башланы. Муниципалитет халыҡты ситтә ҡалмаҫҡа һәм яҙғы өмәлә ҡатнашырға саҡыра», — тип белдерҙеләр Өфө мэрияһында.
Территорияларҙы санитар таҙартыуҙы, төҙөкләндереүҙе һәм йәшелләндереүҙе ойоштороу тураһында ҡарар менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин.
https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-14/v-ufe-nachinaetsya-sanitarnyy-mesyachnik-4157269