Өфөнән 500-гә яҡын уҡыусы герой-ҡала Волгоградҡа сәйәхәткә юлланды14.03.2025
Фото: Валерий Шахов

Өфөнән 500-гә яҡын уҡыусы герой-ҡала Волгоградҡа сәйәхәткә юлланды

Бөгөн, 14 мартта, Өфөнән Волгоградҡа тематик поезд юлға сыҡты. Был Рәсәй тимер юлдарының Еңеүҙең 80 йыллығына арналған проекты.


Куйбышев бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, состав заманса ике ҡатлы вагондарҙан төҙөлгән. Йәш пассажирҙарҙы хәрби-тарихи йәмғиәт реконструкторҙары оҙатып бара, юлда улар Бөйөк Ватан һуғышының дәһшәтле ваҡиғалары хаҡында һөйләй.


Сәйәхәтселәр тәғәйенләнгән урынға икенсе көндө иртән үк барып етергә тейеш. Көнө буйына улар Волгоград буйлап экскурсияла йөрөй һәм герой-ҡаланың иҫтәлекле урындары менән таныша. Әйтәйек, Мамаев ҡурғанындағы «Сталинград һуғышы геройҙарына» һәйкәл-ансамбле, «Сталинград һуғышы» музей-панорамаһы, мемориаль-тарихи музей.


Шәмбе кис поезд кире Өфөгә ҡуҙғала.


Апрель айына ла Өфө — Волгоград — Өфө тематик поездарында шундай уҡ сәйәхәт планлаштырыла.


Хәбәр иткәнебеҙсә, «Сталинград һуғышы» музей-панорамаһында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Башҡортостан-Волгоград. Рух берҙәмлек менән еңеү» күргәҙмә проекты асылды. Уны республиканың Хәрби Дан музейы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-14/okolo-500-shkolnikov-iz-ufy-otpravilis-v-gorod-geroy-volgograd-4157017



Вернуться назад