Иртәгә республикала +10 градусҡаса йылыта
Иртәгә Башҡортостанда +10 градусҡаса йылыта, тип хәбәр итте республика синоптиктары.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +3, +8 градус.
Шәмбе, 15 мартта, төндә республикала, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -1, +4 градус, көндөҙ +5,+10.
Йәкшәмбе, 16 мартта, бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар, ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлда тайғаҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, һуңынан төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +1, -4, төньяҡта -9, көндөҙ + 1, +6 градус.
Башинформ Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первовҡа һылтанып хәбәр итеүенсә, республикала яҙғы ташҡын ваҡытында халыҡты эвакуациялау өсөн 300-ҙән ашыу ваҡытлыса урынлаштырыу пункты бар, улар 45 мең кешене ҡабул итергә әҙер. Быйыл 44 муниципалитетта 313 тораҡ пунктты һыу баҫыуы ихтимал.
https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-14/zavtra-v-bashkirii-potepleet-do-10-gradusov-4156903