Ватан тарихы — халҡыбыҙ яҙмышы20.06.2012
Милләт шәхесен күтәрһә, шәхес милләтен күтәрер

Һәр кеше үҙе менән аралашҡандар өсөн шәхес булһа ла, йәмәғәтселек өсөн шәхес булмай. Әгәр кеше был кимәлгә үрләгән икән, уның тураһындағы хәтирәләрҙе осорҙаштары һәм тарих оҙата килгән. Шәхесте милләт тыуҙырамы, әллә ул үҙ-үҙен тыуҙырамы — быныһы башҡа һорау. Уны дәүләт үҙ кешеһе итеп күрә икән, был кеше осор сәйәсәтен үткәреүгә булышлыҡ итһә, идаралыҡ баҫҡыстары ла уны билдәле бер кимәлдә ҡурсалай. Һәр дәүләт ҡоролошо үҙ-үҙен яҡлар һәм һаҡлар өсөн идаралыҡ баҫҡысына ышаныслы кешеләрен ҡуйған һәм әле лә шулай. Һәр осорҙоң үҙ шәхестәре билдәле. Әммә ҡайһы берәүҙәр хаҡында мәғлүмәт бөгөнгәсә килеп еткән. Дәүләт ҡоролошоноң сәйәсәтенә ярашлы, шәхес образы йәмәғәтселек аңында төрлө төҫтә, төрлө фиғелдә йөрөй.

Әммә осор сәйәсәтенә ярашлы булмаған осраҡта ла шәхестең халыҡ күңелендә йәшәүе, уның иле, ере, халҡы өсөн көрәше, уны ҡурсаларға тырышыуы һәм башҡа ғәмәлдәргә бәйле.
Дәүләт ҡоролошоноң бер осорондағы данлы кеше икенсе осорҙа дошманға әүерелә. Әммә халыҡ өсөн түгел — дәүләт һәм уны ҡурсалаусылар өсөн. Ә халыҡ өсөн дошман булған кеше уға һәр осорҙа ла — дошман. Тәүгеһенә асыҡ миҫал булып 1812 – 1814 йылғы һуғышҡа үҙ кантонлығы, 16-сы һәм 17-се полкты төҙөп, яуға алып киткән 5-се кантон башлығы Мөхәмәтҡолой Йәрмөхәмәт улы Көсөков тора. Ә һуңғыһына һәр осорҙа халыҡ өсөн яуыз дошман, үҙ тәғлимәтенә, бөтә төрки донъяһына ҡаршы сыҡҡан Алексей Тевкелевты керетәбеҙ.
Быйыл 1812 йылдағы Ватан һуғышының башланыуына 200 йыл тулыуҙы билдәләйбеҙ. Мөхәмәтҡолой Көсөков — көнсығыш табын халҡы өсөн быуындан быуынға ауыҙ-тел ижады аша килгән халыҡ батыры. Бөтә башҡорт халҡы өсөн ул 1937 йылға тиклем халыҡ ҡаһармандарының береһе булған. Башҡортостандан Арғаяш, Ҡоншаҡ ерҙәре ВЦИК, уның башлығы М.И. Калинин тарафынан йолҡоп алынғас та, Силәбе өлкәһендә Ҡолой районы булып, уның, Мөхәмәтҡолой Көсөковтың исемен йөрөткән (Кулуевский) район бар ине. Уның исемен бөгөн дә Арғаяш районындағы ҙур ҡасаба йөрөтә. Мөхәмәтҡолой Көсөков бөтә Башҡортостан өсөн генә түгел, ә, бәлки, бөтә Рәсәй өсөн дә бөгөн батыр образында булыр ине. Әммә уның яҡты хәтирәһен ысын халыҡ дошмандары юйып ташлауға өлгәшһәләр ҙә, ерҙәштәре уны халыҡ батыры итеп күрҙе һәм әле лә күрә. Әлбиттә, һуңғы быуындар түгел. Был шәхес хаҡында республика баҫмаларында ла, радио-телевидение аша ла бер генә лә ыңғай һүҙ ишетелмәне һәм ишетелмәй ҙә. Башҡортостандағы бөгөнгө быуын һәм ситтә йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙ ҙә, йәнәһе, халыҡ уға арнап сығарған йырҙағы кеүек, уны тик яуыз, яһил, уҫал, ил күҙенән ҡанлы йәш ағыҙған түрә тип белде.
Һүҙ юҡ, Мөхәмәтҡолой Көсөков ҡаты ҡуллы, ихтыярлы, маҡсатлы кеше булған. Юғиһә, ул үҙ кантонлығында совет осорондағы кеүек дөйөм ҙур хужалыҡ ойоштормаҫ ине. Шуның менән бергә, ул үҙ ғаиләһен генә матди яҡтан яҡшы тәьмин итеп ҡалмай, ә кантонлыҡҡа ингән һәр ауыл халҡын да дөйөм хеҙмәт емеше менән тулыһынса ҡәнәғәтләндергән. Әле 1812 йылға тиклем үк бишенсе кантонлыҡ үҙ халҡы өсөн өс һыу тирмәне тотҡан. Ерҙе дөйөм көс менән эшкәрткәндәр. Игенлекте бер юлы 50 төрән-һуҡа менән һөргәндәр.
Ғәскәри тормошта йәшәгәс, ауылдар йөҙлөктәргә, иллелектәргә бүленеп, эште бергәләп башҡарған. Бергәләп сәскәндәр, урып һуҡҡас, шул ашлыҡты тирмәндә ярма итеп ярып, он тартҡандар, уны барыһына ла таратҡандар. Йылҡы малы көтөүҙәре лә бергә, өйөр-өйөр итеп көтөлгән. Һуғыш, яу, хеҙмәт аттары ла шул өйөрҙәрҙән һайлап алып өйрәтелгән. Һәр һуғышсыға икешәр ат беркетелгән. Һуғышсы бер атын эшкә ҡулланған. Ә менге ат яу өсөн тәғәйенләнгән. Ырымбур губернаһының башҡа кантонлыҡтары хеҙмәт етештереү көстәренең был сифатта ойошторолоуын белмәгән. Мәҫәлән, күрше булып ятҡан дүртенсе кантонда етештереү көстәре тырым-тырағай, һәр кем үҙаллы көн күрә. Мөхәмәтҡолойҙоң бишенсе кантонлыҡта хеҙмәтте алып барыуы Рәсәйҙә күрелмәгән хәл була. 1921–1922 йылдарҙа ВЦИК рәйесе Калинин Өфөгә килеп, БашЦИК рәйесе Хафиз Ҡушаев менән беҙҙең яҡта ла була. Колхоз системаһын керетеүҙе Калининға ул һөйләмәнеме икән? Хафиз Ҡушаев — Арғаяш районының Көҙәш ауылынан. Минең ҡартинәйем Нәзифә менән БашЦИК рәйесе Хафиз Ҡушаевтың инәһе Сафура — бер туған. Уларҙың хәтирәһе беҙҙең күңелдә күп урын алған.
Аҫаба ерҙәр өсөн күскенсе крепостнойҙар, завод хужалары менән Ҡолойҙоң дәғүәләшеүҙәре күп була. Таймас Тархан Шәйемов балалары менән, бер осорҙа өйәҙҙә һәм күрше кантонлыҡта яуаплы баҫҡыста торған Бутасовтар менән дә низағҡа керә. Был низағтар линия хеҙмәтенә үҙ кешеләре урынына ситтә йәшәгәндәрҙе яллап ебәреү, ер һәм икенсе ҡатыны Зөләйха өсөн ғүмер буйы дауам итә. Зөләйха Бутасовтарҙың берәүһенең ҡыҙы булһа, уның ире Шәйемдәр тоҡомо кешеһе була. Күрәһең, бындай осраҡта ҡаты ҡуллылыҡ та яҙыҡ булмағандыр.
Мөхәмәтҡолой Көсөков — көслө рух эйәһе лә. Юғиһә, төп ауылы Иҫәнгилделә, Ҡуйһары, Ҡолһары, Мостафа һәм үҙ торағы Ҡолойҙа һәм башҡа ауылдарҙа мәсет һалдырмаҫ йә яңыртмаҫ ине. Тәғәйен йортта мәҙрәсәләр асыу уның һәм икенсе ҡатыны Зөләйханың тырышлығы менән эшләнә. Ир һәм ҡыҙ балалар муллалар һәм уларҙың абыстайҙары тарафынан уҡытыла. Уға арнап сығарылған йыр һүҙҙәрендә Мөхәмәтҡолой тик синфи күҙлектән насар ҡиәфәттә һүрәтләнһә лә, ысын тарих улай түгел. Хәҡиҡәт ваҡыт үтеү менән бысраҡтан таҙарып, өҫкә ҡалҡып сыға. Беҙ уның йөҙөнә ҡалын итеп йәбештерелгән бысраҡты йыуып төшөрөргә бурыслы.
Фекер ебен 1954 йылда билдәле тарихсы Әхнәф Харисов тарафынан төҙөлөп донъя күргән “Башҡорт халыҡ ижады” китабынан башлайыҡ. Әлбиттә, тарихсы, “Ҡолой кантон” йырын үҙ китабына индереп, уның тураһында ниндәйҙер тикшереү үткәрмәгәндер. Уға сәйәсмән фольклорсылар ниндәй материал биргән, шуны файҙаланған. Китапта “Ҡолой кантон” йырының һүҙҙәре бирелгән.
Ҡолой кантонды ла бай, тиҙәр,
Ҡамсат та ғына бүрке бар, тиҙәр.
Үҙ хөкөмкәйҙәре үҙ ҡулында,
Ни ҡылһа ла, ирке бар, тиҙәр.
Һуңғы һүҙҙәр менән бер ни тиклем килешеп булалыр, сөнки хәрби ҡатламда торған кантон начальнигы туранан-тура губернаторға, атап әйткәндә, генерал-губернатор Григорий Семенович Волконскийға буйһонған. Әммә өйәҙ түрәләре лә булған бит. Өйәҙҙәге хакимлыҡ, хөкөм итеү, башҡарма эштәр менән исправник шөғөлләнгән. Кантондағы хәрби мәсьәләләрҙе губерна ойошмалары ҡараһа, урында эш боҙған һәм хәрби эштәргә ҡағылышһыҙ һорауҙарҙы өйәҙ граждандар башҡарма баҫҡыстары хәл иткән.
Кантон хәрби системала йәшәгәс һәм бөтә кантонлыҡ дөйөм бер хужалыҡты тәшкил иткәс, ул өйәҙ башҡарма баҫҡыстарына буйһонмаған, тип уйларға кәрәк. Әммә йырҙың һүҙҙәрен бер ҙә Арғаяш, Ҡоншаҡ йәки Учалы төбәге сығарған тип нарыҡлау дөрөҫ булмаҫ. Һүҙҙәр һәм йыр шиғырының алымы беҙҙең көнсығыш халҡы ижадына оҡшамаған. Унан һуң, һәр батырға ҡамсат бүрек кейҙереп йырлап булмай бит. Салауатҡа — ҡамсат бүрек, Ҡолойға, башҡаға ла ҡамсат бүрек кейҙерәбеҙ. Был тапалған, өйрәнелгән һүҙҙәр түгелме? Был шиғри һүҙҙәрҙе Ҡолойға кемдер йәбештергәнгә оҡшай. Унан һуң:
Ҡолой кантон менгән ҡара юрға
Юрғалай ҙа башын борғолай.
Ҡолой кантон нахаҡ хөкөм итеп,
Бик күп ирҙәр зая булғылай.
Бында ла был шиғри юлдар “Ҡолой кантон” йырына ситтән килеп ҡушылғанға оҡшай. “Ҡолой кантон” йырын ижад иткән кеше бында башҡорт халыҡ йыры “Ҡара юрға”ны ҡулланған. Әйтерһең дә, юрғалар тик ҡара төҫтә генә була. Тимәк, йыр һүҙҙәренең авторының фекерләүе тик “Ҡара юрға” тирәһендә өйөрөлгән. Ә бит башҡорт аты — донъялағы барлыҡ ат араһында төҫкә иң бай тоҡом. Ниңә бүртә, бурыл, саптар йә һары юрға түгел? Ҡара. Фәҡәт ҡара. Ә бит ауыҙ-тел ижады, хәтирәләр Ҡолойҙоң яуға менер аты бик ирәбе, нәҙ, ҡарыулы, сапҡын ерән ат булған, тип белә. Шул ерәнгә атланып, ул һуғышҡа китә. Әммә уны менеп кире ҡайтҡанмы-юҡмы — әллә мин бәләкәйерәк булып хәтергә һалмағанмын, әллә яуҙан ҡайта алмаған, билдәһеҙ. “Эх, ул ерән менән Остамаҡҡа ҡояш сығымы араһында барып ҡайтҡан”, — тип Байғаҙы ауылынан Вахит бабайҙың һөйләгәнен хәтерләйем, сөнки Ҡолой кантон менән уның ерәне тураһындағы хәтирәләр әле 1959–1960 йылдарҙа ла тере ине. Йырына тағы ла шундай һүҙҙәр яҙғандар:

Ҡолой кантондың да буйҙары
Буйға ғына үҫкән тармалай.
Ил күҙенән ҡанлы йәш ағыҙған
Ҡолой кантон менән Ермолай.

Кантон да ғына кантон килә, тиҙәр.
Килгән кантондарҙы ҡаҡманыҡ.
Яуыз кантондарҙы ҡуя икән
Рәсәй генә тигән батшалыҡ.

Аңлашылмай. Йырҙа нимә тураһында һүҙ бара? Ҡолой кантондың ауылы тураһындамы? Әллә Ҡолой ауылы ултырған Мейәс һыуының буйымы, әллә Ҡолой кантондың үҙенең буй-һыны тураһындамы? Йырға һүҙ сығарған шағир нимәнең буйын күҙ уңында тотҡан?
Әгәр йырҙағы һүҙҙәрҙе тура мәғәнәһендә аңлаһаҡ, Ҡолой кантондың үҙенең буй-һыны тураһында әйтелгән булып сыға. Әммә буй-һынды шиғриәттә нимә менән сағыштыралар? Һомғол аҡ ҡайын, зифа ҡамыш һәм башҡалар. Ә бында тарма. Был бер ҙә шиғриәт алымына оҡшамай. Нимә ул “тарма”? “Тарма” тигән һүҙ беҙҙең яҡта юҡ. Ғөмүмән, ул һүҙ беҙҙең Учалы, Арғаяш халҡына хас түгел. Уны берәү ҙә белмәй. Боронғо йырҙарҙың һүҙе бит урындағы һөйләш теленән алынған. Әгәр ул һүҙ башҡа ырыу, ҡәбилә халҡының һүҙе булһа, хәҙер, бәлки, әҙәби тел аша килеп еткәндер. Һәм ул, һис шикһеҙ, әҙәби тел индерелгән осорҙоң балаһы. Беҙгә, көнсығыш табындарға, ул һүҙ ят. Һүҙлектә тарма “конопля” тип яҙылған. Тимәк, киндер. Киндер тоғо, киндер сүсе, киндер турғайы. “Тарма” татар теле һүҙенә лә оҡшай. Нисек кенә булмаһын, башҡорт поэзияһында киндерҙе буй-һын менән сағыштырыу — ят күренеш.
Унан, Ермолай тураһында. Кем ул Ермолай? Нишләп ул Ҡолой менән ил күҙенән ҡанлы йәш ағыҙған? Тарихтан билдәле булыуынса, Ермолаев Алексей Терентьевич Ырымбур губернаһы губернатор канцелярияһының мөдире була. Ул үҙенең кантонлыҡтарҙан саманан тыш һораныуы, ришүәт алыуы менән билдәле. Хатта уның бишенсе кантон менән заводтар араһында алыш-биреш итеү килешеүенән дә үҙенә өлөш алып тороуы, шул нигеҙҙә Ырымбурҙа үҙ йортонда уны Ҡолой кантондың туҡмап ташлауы билдәле була. Һуғыштан һуң Ҡолой кантон Ермолаевтың Ырымбурҙағы өйөнөң нигеҙен улдары һәм бер унлыҡ егеттәре менән ҡутарып ташлауы ла ҙур низағ тыуҙыра. Күрәһең, бында ла кавалерия генералы Григорий Семенович Волконский Ҡолойҙоң башынан һыйпай, сөнки әле ул кантон башлығы булмаҫтан алда уҡ урыҫ-төрөк, Кавказ һуғыштарында ул ваҡытта әле бәләкәй чинлы Волконский менән бергә һуғыша, улар бер-береһен яҡшы белгән була.
Ҡолойҙоң тәүәккәл, ҡырҡыу, талапсан һәм батыр булыуын Волконский, хәрби кеше булараҡ, һәр ваҡыт үрнәк итеп ҡуйған, сөнки губернатор Григорий Волконский үҙе тәүәккәл генералиссимус А. Суворов армияһында хеҙмәт итә. Кем белә, бәлки, йәш Ҡолой ҙа, Суворовҡа хеҙмәт итеп, Альп походында ҡатнашҡандыр? Был турала хәтирәләр булманы кеүек.
Ермолайҙы был һәм башҡа мутлыҡтары өсөн һуңғараҡ, 1817 йылда, Волконский үҙ вазифаһынан киткәс, яңы губернатор, инфантерия генералы Петр Кириллович Эссен ваҡытында бушаталар. Ә Ҡолой 1825 йылға тиклем кантон башлығы булып хеҙмәтен дауам итә. Ҡолой менән Алексей Ермолаев араһында низағ Златоуст заводы менән бишенсе кантон араһындағы килешеү ҡағыҙы нигеҙендә лә була. Шулай булғас, Ҡолой кантондың йәш ағыҙыуы бик шикле. Ҡолой кантон менән Ермолай араһындағы низағ хаҡында академик Ғайса Хөсәйенов ағай ҙа бер мәҡәләһендә яҙып сыҡҡайны. Тимәк, академик тиклем академик яҙғас, мәғлүмәттәр ҡайҙалыр тарих ҡағыҙында ла баҫылғандыр.
Ҡолой кантонды Ермолаев менән йәнәш ҡуйғас, улар икеһе бер һүҙҙән, икеһе бер төптән Ҡолойҙоң халҡына, дөйөм хужалыҡтарына ҡаршы эш алып барған булып сыға. Ә ваҡиғалар киреһен һөйләй бит. Билдәле, Ермолай кантондан күберәк һалым йолҡорға, шул һылтау менән ришүәт алырға тырышҡан. Ә кантон уға ҡаршы көрәшкән, тимәк, үҙ кантонлығының мәнфәғәтен яҡлаған булып сыға.
Ғөмүмән, был йыр һүҙҙәренән сәйәси һәм синфи еҫ аңҡып тора. Ололар һөйләүе буйынса, 1937 йылдарҙан һуң Ҡолой кантон йырының был һүҙҙәрен бөтә артистар ҙа ҡулланып йырлай башлаған. Әммә беҙҙә халыҡ араһында йырға, үҙ еренең тарихына, шәхесенә битараф булмағандар, “Ҡолой кантон” йырын бөтөнләйгә башҡа, хәҙерге ҡулланылған һүҙенә ҡапма-ҡаршы мәғәнәлә йырларҙар ине. Үкенес, быуындар алмашынған һайын йырҙың һүҙҙәре юғала бара. Шуға ла Ҡолой кантонға бағышланған йырҙың һүҙҙәрен килтерәйек.
(Дауамы бар).
Спартак ИЛЬЯСОВ.
Учалы районы.


Вернуться назад