Башҡортостан юлдарында йөк машиналарының хәрәкәте сикләнде14.03.2025
Фото: Ксения Калинина

Башҡортостан юлдарында йөк машиналарының хәрәкәте сикләнде

Бөгөн Башҡортостанда һауа шарттарының насар булыуы сәбәпле йөк транспорты хәрәкәте сикләнде.


Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, яҙғы юл өҙөклөгө осоронда сикләү 14 мартта көндөҙгө сәғәт 11-ҙән Балтас һәм Асҡын райондарында Иҫке Балтас — Асҡын һәм Асҡын һәм Тәтешле райондарында Иҫке Ҡаҙансы — Урманкүл — Яңы Тәтешле юлдарында ғәмәлдә индерелде. 


Әйткәндәй, иртәгә Башҡортостанда +10 градусҡаса йылыта, тип хәбәр итте синоптиктар.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-14/na-dorogah-bashkirii-ogranichili-dvizhenie-gruzovikov-4157071



Вернуться назад