Яңауыл ҡалаһындағы Пионерҙар йортона быйыл 60 йыл тула. Ошо дәүер эсендә ул йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур көс һалды.
Һуңғы йылдарҙа Пионерҙар йортон матди-техник йәһәттән нығытыуға күп көс һалына. Бүлмәләр иркен, яҡты. Һәр ҡайһыһы заманса техник сара, кәрәкле әсбап менән йыһазландырылған. Ифрат бай китапханала һәр кем үҙ йәшенә, зауығына ярашлы китап, гәзит, журнал таба ала.
Тәрбиә усағында бихисап түңәрәк эшләй: кемдер ҡурай, пианино, гитара уйнарға, икенселәре бейергә өйрәнә, һүрәт төшөрә, һын яһай, бәйләм серҙәрен үҙләштерә. Бынан тыш, өҫтәмә белем биреү ҙә бар: балалар тәбиғәт-фәнни, художество-эстетика, туризм, тыуған яҡты өйрәнеү, экология-биология, спорт-һауыҡтырыу, социаль-педагогик һәм бүтән йүнәлештәрҙә белем ала. Ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенә лә өйрәнәләр. Был йәһәттән “Йәш эколог” тигән йәмғиәт эшләй. Уның ағзалары “Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ”, “Тәбиғәт көҙгөһө” һәм башҡа ҡала, төбәк кимәлендәге бәйгеләрҙә призлы урындарҙы яулай. Туризм менән шөғөлләнеүселәр ҙә байтаҡ. Тыуған яҡты, тарихты өйрәнеүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Шуға күрә йәш яңауылдарҙың “Ватаныбыҙ юлдары буйлап” республика бәйгеһендә бер нисә тапҡыр төрлө дәрәжәле дипломға лайыҡ булыуына ғәжәпләнәһе түгел.
Марат МОРАТОВ
Яңауыл ҡалаһы.