Өфөнөң Шаҡша күперендә 15 апрелгә тиклем сикләү индерелде
Өфөлә Шаҡша күперендә 15 апрелгә тиклем транспорт хәрәкәтен ваҡытлыса сикләү индерелде. Баш ҡала хакимиәте хәбәр итеүенсә, был инженер коммуникацияларын ҡуйыу менән бәйле.
Сикләү ике йүнәлештә лә ситтәге уң һыҙаттарҙа иртәнге 9-ҙан киске 5-кә һәм киске 8-ҙән таңғы 6-ға ҡәҙәр ғәмәлдә була.
Өфө мэрияһы баш ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарының ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итеүҙәрен һорай.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Шаҡша күперендә сикләү һуңғы тапҡыр 3-28 февралдә индерелгәйне.