Урал аръяғы агросәнәғәт колледжына Зәкәриә Аҡназаров исеме бирелде
Баймаҡтың Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы хәҙер Зәкәриә Аҡназаров исемен йөрөтә. Хөкүмәттең ошо турала ҡарары 12 мартта Башҡортостандың хоҡуҡи мәғлүмәт сайтында баҫылған.
Шулай уҡ документта колледж биләмәһендә республиканың күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, БАССР Министрҙар Советының элекке рәйесе бюсын ҡуйыу ҡаралған.
Әйткәндәй, был эш алдан уҡ башҡарылды. 4 февралдә Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы биләмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында Зәкәриә Аҡназаровҡа бюст асылды.