Республикала 93 йәшлек инәй яугирҙәргә ойоҡбаш бәйләй13.03.2025
Фото: Кушнаренко районы хакимиәтенең телеграм-каналы

Республикала 93 йәшлек инәй яугирҙәргә ойоҡбаш бәйләй

Кушнаренко районының оло йәштәге кешеләренең береһе Әлфиә Исламгәрәй ҡыҙы Сәйфетдинова Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған иҫтәлекле миҙал менән бүләкләнде. Почетлы награданы уға Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Марат Латипов һәм Шәрип ауыл советы башлығы Рөстәм Ғилманов тапшырҙы.


Әлфиә Исламгәрәй ҡыҙына 93 йәш, ул Гөргөрөй ауылында йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыуған ауылында колхозда эшләгән, фронтҡа ярҙам иткән.


Махсус хәрби операция башланғас, Әлфиә Исламгәрәй ҡыҙы, олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ирекмәнлек эшенә әүҙем ҡушылған. Инәй яугирҙәребеҙ өсөн бик күп йөн ойоҡтар бәйләгән. 


«Әлфиә Исламгәрәй ҡыҙына 80 йыл элек һәм хәҙер илебеҙ һаҡсыларына ярҙамы өсөн ихлас рәхмәтемде белдерҙем. Уның кеүек кешеләр беҙгә төрлө һынауҙар осоронда берҙәмлектең һәм бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙыуҙың мөһимлеген иҫкә төшөрә», — тип яҙа Марат Латипов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-12/v-bashkirii-93-letniy-volontyor-svyazala-sotni-par-noskov-uchastnikam-svo-4154830



Вернуться назад