Яҡташыбыҙ лотереяла 15 миллион һумдан ашыу аҡса отҡан12.03.2025
Фото: Ксения Калинина

Яҡташыбыҙ лотереяла 15 миллион һумдан ашыу аҡса отҡан

Яҡташыбыҙ лотереяла 15 миллион һумдан ашыу отҡан. «Столото» мәғлүмәттәре буйынса, 11 мартта Мәскәү ваҡыты буйынса киске сәғәт 6-сы яртыла «Спортлото «6 из 45» лотереяһының 13976-сы тиражы барышында суперприз – 15 271 876 һум аҡса уйнатылған. Был юлы яҡташыбыҙға уңыш йылмайған.


Ул отҡан аҡсаһын алыу өсөн лотерея үҙәгенә мөрәжәғәт итмәгән әле. Бәлки, ул был хаҡта белмәйҙер. Әлеге ваҡытҡа уның мобиль ҡушымтала 60 һумға бер билет һатып алыуы тураһында ғына билдәле.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-03-12/zhitel-bashkirii-vyigral-v-lotereyu-bolee-15-mln-rubley-4154333



Вернуться назад