Гәзит-журнал һуңламай20.06.2012
Гәзит-журнал һуңламайГәзит-журналдарҙың уҡыусыға ваҡытында барып етеүе почтальондың тынғыһыҙ хеҙмәтенә бәйле. Әлшәй районы Раевка ҡасабаһының 1-се почта элемтәһе бүлексәһе беҙҙең гәзиттең күптәнге дуҫы, уларҙың эшһөйәрлеге һөҙөмтәһендә районда “Башҡортостан”ды алдырыусылар йылдан-йыл арта.
Бүлексәлә бөгөн алты кеше эшләй. Дүрт почтальон иртә менән гәзит-журналды уҡыусыларына тапшыра. Коллектив татыу, уңған, бер-береһенә улар һәр саҡ таяныс, эш айырып ултырыусы юҡ. Халыҡҡа хат, открытка, башҡа төрлө түләүҙәрҙе лә еткереү улар иңендә. Почта хеҙмәткәрҙәре сауҙа эшен дә йәнләндергән. Халыҡ аҙыҡ-түлегенГәзит-журнал һуңламай дә, көнкүреш тауарҙарын да бында һатып ала, теләгәндәргә онон, шәкәрен тоҡлап алып киләләр. Бынан тыш, еңел автомобилдәрҙе, һаулыҡты, фатирҙы страховкалау хеҙмәтен дә башҡаралар.
– Әле матбуғатҡа яҙылыуҙың иң ҡыҙған мәле. Халыҡ баҡса эшенән арынып, яратҡан баҫмаһына яҙыла башланы. Почтальондар өйгә лә барып яҙҙырта, – ти бүлексә начальнигы Ирина Мөхәмәҙиева. – Әлбиттә, хәҙер гәзит-журнал бик күп, һәр кем үҙенә оҡшағанын һайлап ала. Даими уҡыусыларыбыҙ ҙа бар, улар араһында пенсионерҙарҙың булыуы ҡыуандыра.
Район үҙәгенән алыҫ ауылда йәшәүселәргә гәзит-журнал һуңламай барып етә. Бүлексә начальнигы почтальондарҙың эшенән ҡәнәғәт. Мәҫәлән, Рима Ғиләжетдинова ун йылдан ашыу эшләй. Ул көн һайын район үҙәгендәге биш урамды хеҙмәтләндерә, 600 йортта йәшәүсегә төрлө гәзит-журнал еткерә. 2009 йылда “Йыл почтальоны” исеменә лайыҡ булған.
Самат ҒӘЛИН
Әлшәй районы.


Вернуться назад