Рәсәйҙә дарыуханалар ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан һәм ялған дарыуҙар һата алмай11.03.2025
Фото: Рәсәй хөкүмәте

Рәсәйҙә дарыуханалар ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан һәм ялған дарыуҙар һата алмай

1 июндә илдә ялған йәки ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан дарыуҙар һатырға мөмкинлек бирмәгән механизм эшләй башлай. Дарыухана кассаһында бындай препараттарҙы һатыу автоматик рәүештә блокировкалана. Премьер-министр тейешле ҡарарға ҡул ҡуйған, тип хәбәр иттеләр федераль министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәтенән.


Илдә препараттарға мониторинг системаһы эшләй, ул уларҙың әйләнешен – дарыухана селтәрҙәренә килтереүҙе һәм һатыуҙы күҙәтеп бара. Хәҙер уны фармацевтика ойошмаларының касса аппараттары менән тоташтыралар.


Дарыуханаларҙа теге йәки был препаратты һата башлар алдынан мониторинг сиситемаһында уның идентификация кодтарын һәм глобаль идентификация номерын тикшерәләр. Был ялған дарыуҙы һатыуға юл ҡуймай.


Закон 2024 йылдың июлендә тәүге уҡыуҙы үтте.


https://www.bashinform.ru/news/likbez/2025-03-11/v-rossii-apteki-ne-smogut-prodat-prosrochku-i-falsifikat-4152743



Вернуться назад