Шереметьево аэропортында самолеттарҙы ҡабул итеүгә һәм осоуға сикләү ғәмәлдән сығарылды
Шереметьево аэропортында Мәскәү ваҡыты буйынса иртәнге 9 тула 5 минутта самолеттарҙы ҡабул итеүгә һәм осоуға сикләү бөтөрөлдө. Росавиациянан хәбәр итеүҙәренсә, сикләү граждандар самолеттарының именлеген тәьмин итеү өсөн индерелде. Ошо ваҡытта Шереметьевоға юлланған 18 самолетҡа запас аэродромдарға төшөргә тура килгән.
Билдәләнеүенсә, һауа суднолары экипаждары, авиадиспетчерҙар һәм аэропорт хеҙмәттәре осоштарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн тейешле сара күргән.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Өфө аэропортында Мәскәүҙән бер нисә рейстың тотҡарланыуы күҙәтелә. Онлайн-табло мәғлүмәттәре буйынса, биш рейстың пассажирҙары һаман да Рәсәйҙең баш ҡалаһынан Өфөгә ҡайтып етмәгән. Мәскәүгә ике рейс тотҡарлана. Быға Мәскәүгә һәм Мәскәү өлкәһенә БПЛА-ның һөжүм итеүе сәбәпсе булды. Рәсәйҙең Оборона министрлығында белдереүҙәренсә, һауаға ҡаршы оборона көстәре бер төн эсендә Рәсәй төбәктәрендә 337 БПЛА-ны юҡ иткән, шул иҫәптән илдең баш ҡалаһына табан осҡан 73 пилотһыҙ осоу аппаратын бәреп төшөргән.