Евгений Сазонов — Өфөнөң почетлы гражданы
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Евгений Сазоновҡа күкрәккә таға торған билдә һәм баш ҡаланың почетлы гражданы танытмаһы, шулай уҡ Еңеүҙең 80 йыллығына арналған юбилей миҙалы тапшырылды. Өфө ҡала Советы депутаты Николай Романов һәм ҡаланың Октябрь районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алёна Одинцова фронтовиктың хәлен белешергә килде.
Евгений Николаевичҡа 97 йәш. 1944 йылда Совет армияһына саҡырылған. Ул хөкүмәттең элемтә ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән.
Еңеү көнөн Евгений Сазонов Польшала ҡаршы алған. Һуғыштан һуң Австрияла, Румынияла һәм Төньяҡ Кавказда хеҙмәтен дауам иткән. 1953 йылда өлкән лейтенант дәрәжәһендә демобилизацияланған.
Һуғыштан һуң Евгений Николаевич Өфөлә нефть эшкәртеү тармағында эшләгән, бер үк ваҡытта институтта уҡыған. Оператор ярҙамсыһынан алып өлкән операторға тиклем хеҙмәт юлы үткән. 1977 йылда хаҡлы ялға сыҡҡан.