Ысынлап та, был тормошта дуҫтарһыҙ йәшәү еңел түгел. Әбйәлил районының Сиҙәм урта мәктәбе коллективы ла “Башҡортостан” гәзитенә барлыҡ коллектив менән яҙылып, дуҫтарыбыҙ һанын арттырҙы.
Сиҙәм мәктәбе — районда иң ҙур һәм өлгөлө белем усаҡтарының береһе.
Элек-электән мәктәп, данлы сиҙәмселәр традицияһына тоғро ҡалып, үҙ уҡыусыларын ауыл хужалығы һөнәрҙәренә йүнәлтеүҙе маҡсат итеп алған. Бөгөн дә бында өҫтәлмә дәрестәр нигеҙендә уҡыусыларға хеҙмәт тәрбиәһе биреүҙе, өлкән класс егеттәрен механизатор һөнәренә уҡытыуҙы ла дауам итәләр. Күптәре артабан ошо йүнәлештә белемен камиллаштырып, ватан һәм сит ил техникаһын “ауыҙлыҡлап”, тора-бара үҙ эшенең оҫтаһына әүерелә. Араларында фермер булып киткәндәре лә, хужалыҡ етәкселәре лә юҡ түгел.
Йәш быуынды сәләмәт рухта тәрбиәләү, мәктәп, район, республика чемпиондарын ғына түгел, хатта уларҙы Рәсәй күләмендә әҙерләү йәһәтенән дә ал бирмәй Сиҙәм мәктәбе. Бында бигерәк тә бокс һәм кикбоксинг секциялары уңышлы эшләй. Рөстәм Нуретдин улы Мәүлетдиновтың тәрбиәләнеүселәре, оҫталыҡ һәм ныҡышмалылыҡ күрһәтеп, еңеү артынан еңеү яулай. Мәктәптең ғорурлығы Гүзәл Сәғитова, Вадим һәм Венер Ғүмәровтар, Морат һәм Рәсүл Мәүлетдиновтар, Әмир Сөләймәнов, Алина Йәғәфәрова бокс һәм кикбоксинг буйынса Рәсәй чемпионы булһа, Динир Шакиров менән Альфред Фәхрисламовҡа еңел атлетикала тиңләшеүсе юҡ!
Быйылғы сығарылыштың 35 уҡыусыһы араһында ла район һәм республика предмет олимпиадаларында еңеүселәр, призерҙар бар. Мәҫәлән, Нурзиә Нафиҡова — алтын, Әлфиә Вәлитова иһә көмөш миҙалға дәғүә итә. Ҡыҙҙарҙың тырыш һәм ныҡышмал булыуын иҫәпкә алғанда, улар мәктәптең, ата-әсәһенең ышанысын тулыһынса аҡлауына өмөт ҙур.
Ағай һәм апайҙарына алмашҡа килергә йөрөгән 30 бала беренсе класҡа әҙерлек төркөмөнә яҙылып та өлгөргән.
Шуны ла билдәләү мөһим: коллектив уҡыусылар менән мәктәп яны участкаһында йыл да төрлө емеш-еләк, йәшелсә үҫтерә, ҡышҡылыҡҡа тулыһынса үҙҙәренә етерлек аҙыҡ туплай. Хатта артығын ауыл халҡына һатып, кәрәк-яраҡҡа тотонорлоҡ аҡса ла эшләйҙәр.
Мәктәптә төрлө йүнәлештә 17 түңәрәк бар. Айырыуса уҡыусылар Нәзифә Өмөтбаева етәкләгән “Йәйғор” бейеү ансамбленә, “Оҫта ҡулдар” (Мәрзиә Өмөтбаева), “Ағас һырлау” (Ләлә Ибраһимова) түңәрәктәренә әүҙем йөрөй.
Ошоғаса урыҫ мәктәбе тип иҫәпләнгән Сиҙәм белем биреү усағы хеҙмәткәрҙәренең коллектив менән “Башҡортостан”ға яҙылыу акцияһына ҡушылыуы, һис һүҙһеҙ, хуплауға лайыҡ. Бына кемдәрҙән өлгө алырға кәрәк! Артабан сиҙәмдәрҙең изге эшен күтәреп алыусылар булырмы икән?
Кәримә УСМАНОВА
Әбйәлил районы.