Башҡортостан Башлығы һәләк булған яугирҙәрҙең тол ҡатындары һәм әсәләренең мөрәжәғәттәрен ҡарарға ҡушты10.03.2025
Фото: видеотрансляциянан скриншот

Башҡортостан Башлығы һәләк булған яугирҙәрҙең тол ҡатындары һәм әсәләренең мөрәжәғәттәрен ҡарарға ҡушты

Башҡортостан Башлығы Өфөлә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған байрам тамамланғандан һуң килгән барлыҡ мөрәжәғәттәрҙе ентекләп өйрәнергә ҡушты.


Бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров концерттан һуң күп кенә ҡатын-ҡыҙҙар менән аралашыуы тураһында әйтте, уларҙың күбеһе «яугирҙәрҙең тол ҡатыны, йәки әсәһе».


«Уларҙы көнкүреш мәсьәләләре борсой. Барыһы ла протоколда яҙылған, һәр береһен ентекләп өйрәнергә кәрәк. Быға етди иғтибар бүлеү мөһим», — тине Радий Хәбиров.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 6 мартта Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған байрам уҙҙы. Башҡортостан Башлығы ҡатнашлығындағы сараға МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ҡатындары һәм әсәләре, күп балалы ҡатын-ҡыҙҙар һәм башҡа гүзәл зат вәкилдәре саҡырылғайны.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-10/glava-bashkirii-poruchil-otrabotat-vse-obrascheniya-vdov-i-materey-pogibshih-boytsov-4150955



Вернуться назад