Башҡортостанға көньяҡ һауа фронты килде10.03.2025
Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Башҡортостанға көньяҡ һауа фронты килде

Был аҙнала Башҡортостанда һауа торошон көньяҡ һауа массалары билдәләй, төбәккә аномаль йылы килә. Был хаҡта Башгидрометүҙәктән хәбәр иттеләр.


11-15 мартта уртаса тәүлек күрһәткестәре норманан 3-9 градусҡа юғарыраҡ була. Бындай температура һәм ямғырҙар ҡарҙың тиҙ иреүенә килтерә, тип иҫкәртә синоптиктар: түбәнерәк урынлашҡан участкаларҙа ҡаралтыларҙың һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал. Бәләкәй дала һәм тау йылғаларында һыуҙың боҙ өҫтөнә сығыуы мөмкин.


Ә уҙған ял көндәрендә республикала көслө ҡар яуҙы, трассаларҙа хәрәкәтте сикләргә тура килде.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-10/v-bashkirii-prishyol-yuzhnyy-vozdushnyy-front-4151544



Вернуться назад