Светлана Мостафина республиканың фән буйынса дәүләт комитеты етәксеһе итеп тәғәйенләнде
Светлана Мостафина Башҡортостандың фәнни-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитеты башлығы итеп тәғәйенләнде. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә яңы ведомствоның етәксеһе менән таныштырҙы.
«Фәнде һәм юғары мәктәпте үҫтереүгә көс һалыу маҡсатында айырым дәүләт комитетын ойошторорға хәл иттек. 2025 йылдың 3 мартында Башҡортостандың фәнни-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитеты булдырылды. Комитет рәйесе итеп Светлана Мостафина тәғәйенләнде», — тине Радий Хәбиров һәм уға уңыштар теләне.
Фән буйынса дәүләт комитеты етәксеһен һайлағанда, Светлана Мостафинаның кафедра ассистентынан алып математика фәндәре докторына тиклем хеҙмәт юлы үтеүе иғтибарға алынды, тине республика етәксеһе.