Һуңғы ҡыңғырау һәм сығарылыш кисәләре көндәре билдәле булды10.03.2025

Һуңғы ҡыңғырау һәм сығарылыш кисәләре көндәре билдәле булды

Мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау байрамы – 24 майҙа, ә сығарылыш кисәләре 28 июндә була, тип хәбәр итә РИА Новости Рәсәй Мәғариф министрлығына һылтанма менән.


«Быйылғы уҡыу йылында Рәсәй мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырауҙар – 24 майҙа, ә сығарылыш кисәләре 28 июндә үткәрелә. Мәғариф министрлығы илдең барлыҡ субъекттарына тейешле тәҡдимдәр әҙерләне», — тиелә белдереүҙә.


Сығарылыш кисәләрен уҙғарғанда мәктәптәрҙә Рәсәй флагын күтәреү һәм гимнын башҡарыу, күп быуынлы һәм күп балалы ғаиләләрҙең вәкилдәрен ҡотлау, ата-әсәләрҙең, шул иҫәптән дәүләт наградалары менән бүләкләнгәндәрҙең, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың сығышы ҡаралған.


Бынан тыш, төбәктәргә инвалид һәм һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән уҡыусылар өсөн хәүефһеҙлек сараларын тәьмин итеү бурысы йөкмәтелде.


Башинформ хәбәр иткәнсә, быйыл Башҡортостанда 9-сы класты –  50 меңдән ашыу кеше, ә 11-се класты 15,5 меңгә яҡын уҡыусы тамамлай.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-09/nazvany-daty-provedeniya-poslednih-zvonkov-i-shkolnyh-vypusknyh-4149833



Вернуться назад