Радионан Лина Гәрәеваның сағыу, моңло тауышы яңғырай. Таһир Кәримовтың Рәғиҙә Янбулатова шиғырына яҙған “Иҫтәлек” йыры был. Ошо йыр-моң мине үткәндәргә, йәшлек йылдарыма алып китте...
Әле генә беҙ Өфө сәнғәт институты студенттары инек. Төҫкә сибәр, тыйнаҡ ҡына йылмайып торған Лина менән бик тиҙ аралашып, дуҫлашып киттек. Бер бүлмәлә лә йәшәп алдыҡ. Янып-бешеп имтихандар тапшырҙыҡ, филармония һәм театрҙарға йөрөргә лә ваҡыт таба инек. Йылдар үткән һайын дуҫ-әхирәттәр үҙәктәрҙе өҙөп иҫкә төшә, һағындыра. Матур кешеләр менән уҡыу насип булды миңә: Тәнзилә Үҙәнбаева, Флүрә Килдейәрова, Рима Ибраһимова, Шамил Хәмәҙинуров, Зифа Фәйзуллина, Ғәли Хәмзин, Венер Мостафин, Раил Кучуков, Хәмит Ишбулдин, Сәйфулла Хәйруллин, Нажиә һәм Радик Гәрәевтәр... Аллаға шөкөр, бөтәбеҙ ҙә үҙ урыныбыҙҙы таптыҡ, күптәр ижади бейеклектәр яуланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙан китеүселәре лә байтаҡ.
Тос, матур ижади уңыштар менән йәшәй Лина. Үҙенә генә хас лирик тауышы әле лә моң шишмәһе булып ағыла.
Лина Борай яғынан. Уның тыуған ауылы Таңатарҙа күп тапҡыр булырға тура килде. Авзал ағай менән Ғәзимә апай беҙҙе һәр саҡ асыҡ йөҙ менән ҡәҙерле ҡунаҡ итеп ҡаршыларҙар ине. Баҡса артында ағып ятҡан Ҡолъяҙы йылғаһы буйында самауыр ҡайнатып, үлән өҫтөндә рәхәтләнеп сәй эсә торғайныҡ. Күп балалы ғаиләнең (улар биш ҡыҙ, ике ул үҫтергәндәр) һәр ваҡыт түре киң була бит ул. Концерттар менән барып сыҡҡан ваҡыттарҙа ла бөтә бригадабыҙҙы ҡаршы алып, һыйлап ебәрә торғайнылар. Хәҙер инде улар баҡыйлыҡта, урындары ожмахта булһын.
Шулай итеп тырышып-тырмашып уҡып, институтты тамамланыҡ. Линаларҙың диплом эше Заһир Исмәғилевтең “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһы булды, унда ул Наза ролен башҡарҙы. Хәтеремдә спектакль бик уңышлы үтте һәм уға иң юғары баһа ҡуйылды.
80-се йылдарҙа уҡ вакансиялар “йәрминкәһе” уҙғарыла торғайны. Унда бик күп йырсылар һәм Рәсәйҙең төрлө театр, филармонияларынан “һатып алыусылар” ҡатнаша ине. Был юлы Лина үҙенең курсташтары менән Әстрхан ҡалаһына йәрминкәгә юлланды.
— Нисектер көтөлмәгәнсә килеп сыҡты, — тип хәтерләй Лина был бәйгене. — Беҙ сығыш яһап та өлгөрмәнек, миңә тәҡдимдәр яуа башланы.
Минеңсә, бының бер сәйерлеге лә юҡ, һомғол кәүҙәле, ҡап-ҡара асыҡ күҙле, гел йылмайып торған йәш, сибәр ҡыҙ һәр кемдең иғтибарын йәлеп иткәндер.
Барнаул оперетта театры директоры Ротберг йәрминкә уҙып өлгөргәнсе Линаны димләп күндерә. Шулай итеп, ул Барнаул театрында “Труфальдино из Бергамо”ла — Беатриче, Легарҙың “Веселая вдова”һында Ганна ролдәрен әҙерләй башлай. Әммә тыуған яғынан, үҙ моңонан айырылып йәшәй аламы ижад кешеһе.
— Бер көн йоҡомдан “Рамай”ҙы йырлап уяндым, — тип хәтерләй ул. — Һәм тап ошо көндә Башҡортостаныма ҡайтырға ҡарар иттем. Мине изге теләктәр менән ҡаршылаған коллегаларымдың ышанысын аҡлай алманым.
Артабан да ул һәр төрлө саҡырыуҙан баш тартып, үҙ илендә үҙ халҡы менән ҡалды.
Ҡайтҡас та үҙе яратып тыңлаған кумирҙары Рамаҙан Йәнбәков, Зәки Мәхмүтов, күренекле композитор Наил Ғәлиев, мәшһүр Кәтүк — Әхәт Уразмәтовтар менән ижад юлын филармонияла дауам итә. Эстрадала тәүге көндәрҙән үк өлкән быуын композиторҙары әҫәрҙәрен ҙур ихтирам менән башҡарып, яратып репертуарын байыта. Шулай уҡ халҡыбыҙ йырҙары “Зөлхизә”, “Томан”, “Таштуғай”, “Бейеш”те сәхнәнән генә түгел, ә радио һәм телевидение аша ла ишеттерә. Лина еңел-елпе йырҙарға иғтибар итмәне. “Умырзая”, “Үткәндәрҙе минән һорама”, “Әсәйемдең әйткән һүҙҙәре” (С. Низаметдинов йырҙары) уның саф лирик тауышы өсөн генә яҙылғандай яңғырап, тамашасының, тыңлаусының йөрәк ҡылдарына барып етәлер.
Әле ул эшен филармонияның музыкаль лекторияһында дауам итә. Уның бурысы — халыҡ йырҙарын, классиканы пропагандалау ғына түгел, ә бер рәттән йәш быуынды тәрбиәләү.
Һуңғы йылдарҙа тап ошо маҡсат менән Лина кескәй тыңлаусылары, йәш тамашасылары өсөн айырым репертуар тупланы.
Бала күңеле күпкә һиҙгерерәк, шуның өсөн дә талантынан тыш йырсының үҙ ижадына ҡарата талапсанлығы, камиллыҡҡа ынтылыуы мотлаҡ. Уның репертуарында хәҙер башҡорт, урыҫ классиктары менән бергә сит ил композиторҙары әҫәрҙәре лә бар. “Йырҙарҙы сәхнәгә сығарыуҙа миңә коллегаларым — музыкант-аккомпаниатор Е. Мороз, уҡытыусыларым Е. Уткина, Р. Ғәлимуллина, Ғ. Солтановалар ифрат ҙур ярҙам күрһәтте. Мин уларға мең рәхмәтлемен, — ти йырсы. — Классик әҫәрҙәр бик ҡатмарлы, уларҙы башҡарыу еңел түгел һәм айырым оҫталыҡ талап итә. Радик Гәрәевтең һүҙҙәре менән әйткәндә “Классика — ул үҙеңде формала тотоу, үҙеңде тикшереп ҡарау өсөн кәрәкле бер әйбер”. Мин уның менән килешәм, ул ысынлап та тап шулай.
Үҙенең хискә бай, моңло тауышы менән яҡташтарын ғына түгел, Урта Азия, Татарстан, Ульяновск, Ырымбур, Силәбе, Һамар, Әстрхан һәм башҡа күп төбәктәр тамашасыларын моңландырған, ҡыуандырған Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лина Гәрәева киләсәктә лә сәхнәләрҙә, радио, телевизор экрандарында йышыраҡ күренһен, ишетелһен ине. Һин йырла, Лина, һинең моңоң, Файыҡ ағай Мөхәмәтйәнов әйткәнсә, “һандуғас та таң ҡалырлыҡ”.
Ҡәҙриә ҒӘЗИЗОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Өфө ҡалаһы.