Росреестр эскроу иҫәбен файҙаланып төҙөлгән йортто нисек теркәү хаҡында хәбәр итте
2025 йылдың 1 мартынан шәхси йорттарҙы эскроу иҫәбен ҡулланып ҡына төҙөргә мөмкин. Заказсы йортто ҡабул иткәндән ү яҡтан документҡа ҡул ҡуйғандан һуң 14 эш көнө эсендә күсемһеҙ милекте теркәргә бурыслы. Әгәр был килешеүҙә яҙылған булһа, подрядсы ла теркәй ала, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан буйынса Росреестрҙа.
Башинформ хәбәр иткәнсә, льготалы «ғаилә ипотека»һы аҡсаһын шулай уҡ эскроу аша шәхси йорт һалыу өсөн тотонорға мөмкин.
Подрядсылар Берҙәм торлаҡ төҙөлөшө мәғлүмәт системаһында компания, шәхси йорт проекттары, яҡынса хаҡы, эштәрҙе башҡарыу ваҡыты, шулай уҡ эскроу иҫәбе асылған банк тураһында мәғлүмәт баҫтырып сығарырға тейеш.