Ҡырмыҫҡалы районында Өфө – Ырымбур трассаһына илткән күперҙе ремонтлайҙар07.03.2025
Фото: Башҡортостан хөкүмәте

Ҡырмыҫҡалы районында Өфө – Ырымбур трассаһына илткән күперҙе ремонтлайҙар

Ҡырмыҫҡалы районының Александровка ауылында «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә 23 метр оҙонлоҡтағы шишмә күпере төҙөкләндерелә. Ауыл халҡы өсөн был айырыуса мөһим объект, сөнки Р-240 Өфө – Ырымбур трассаһына сығыуҙы тәьмин итә. Авария хәлендәге күперҙе 2024 йылда ремонтлай башланылар, тип хәбәр итә Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.


Хәҙер объекттың әҙерлеге 60% тәшкил итә. Күперҙе төҙөкләндереү эше 2025 йылға тамамланырға тейеш. Әлегә урындағы халыҡ трассаға сығыу өсөн урау юлдан файҙалана.


Бынан алдараҡ «Башинформ» Өфөлә баҡсаларға илткән юлда Юрмаш йылғаһы аша күперҙе йүнәтеүҙәре хаҡында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/nacproject/2025-03-07/v-karmaskalinskom-rayone-remontiruyut-most-veduschiy-na-trassu-ufa-orenburg-4148553



Вернуться назад