Өфөлә Надежда Гарбуз бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй
Өфөлә Надежда Гарбуз бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй. Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын һәм тыл эшсәнен тыуған көнө менән Октябрь районы хакимиәте башлығы Антон Тарасов өйөнә килеп ҡотланы.
Уның һүҙҙәренсә, Могилев өлкәһенең Шклов ҡалаһында тыуған Надежда Гарбузға һуғыш башланғанда 16 йәш булған. Оккупация фажиғәһен, туғандарының үлемен кисергән, һуңынан Соль-Илецкиға эвакуацияланған. Машиналар эшләү техникумын тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡта Ленин исемендәге станоктар эшләү заводында, һуңғараҡ «Башкируголь» тресында эшләй, 70 йәшенә тиклем сафта ҡала. Уның хеҙмәте «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙакәр хеҙмәте өсөн», «Еңеүгә 80 йыл» миҙалдары, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны исемдәре менән билдәләнә.
«Бөгөн ветеран улы, ике ейәнсәре, ейәне һәм бүләһенең һөйөүенә сорналып йәшәй. 8 март алдынан уға сәләмәтлек теләйбеҙ. Ҡаһарманлығығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә», — тип яҙа Антон Тарасов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.