Башҡортостанда страховка пенсияһының уртаса күләме билдәле булды
2025 йылда эшләмәгән һәм эшләп йөрөгән пенсионерҙар өсөн страховка пенсияһының уртаса күләме - 23,4 мең һумдан ашыу, ә ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы 21,4 мең һумдан күберәк була. Был турала Республика менән идара итеү үҙәгендә биргән интервьюһында Рәсәй Пенсия һәм социаль страховкалау фондының республика буйынса бүлексәһе идарасыһы урынбаҫары Александр Никитин белдерҙе.
Спикер билдәләүенсә, 1 февралдән улар 9,5% индексацияланды. Шулай уҡ хәрби хәрәкәттәр ветерандары, инвалидтар, балалы ғаиләләр өсөн ҡайһы бер страховка һәм социаль түләүҙәрҙең күләме артты.
«Ҡайһы бер түләүҙәр республикала ҡулланылған район коэффициенты менән бәйле федераль түләүҙәрҙән айырылып тороуы ихтимал», — тип билдәләне Никитин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 37 мең пенсионер ҡарау буйынса өҫтәмә аҡса аласаҡ. Быға I төркөм инвалидтары йәки 80 йәше тулғандар иҫәп тота ала.