Башҡортостанда дәүләт автоинспекцияһының байрам рейдтары тураһында иҫкәртәләр06.03.2025
Фото: Владимир Севастьяновтың телеграм-каналы

Башҡортостанда дәүләт автоинспекцияһының байрам рейдтары тураһында иҫкәртәләр

Башҡортостанда дәүләт автоинспекцияһының байрам рейдтары хаҡында иҫкәртәләр. Был юлы «Айыҡ водитель» рейдтары биш көн, 6 марттан 10-на тиклем үткәрелә, тип хәбәр итте республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов.


«Төп бурыс – эскән килеш транспорт менән идара итеүгә бәйле юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға юл ҡуймау, шулай уҡ байрам ойошторолған һәм халыҡ күп йөрөгән урындарҙа иҫерек водителдәрҙе асыҡлау», — тип яҙҙы ул социаль селтәрҙә.


Юлда ҡағиҙә боҙоуҙар тураһында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ҡыҙыу бәйләнеш телефонына хәбәр итергә мөмкин: 8 347 279-32-92. Шулай уҡ телеграмда @GIBDDRB_02bot эшләй.


Хәбәр иткәнбеҙсә, Башҡортостанда авария комиссарҙары статусы нығытыла.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-06/v-bashkirii-predupredili-o-prazdnichnyh-reydah-gai-4147028



Вернуться назад