Быйыл Өфөнөң Глумилин биҫтәһендә 1225 урынлыҡ яңы мәктәп асыла
Быйыл Өфөнөң Глумилин биҫтәһендә 1225 урынлыҡ яңы мәктәп асыу планлаштырыла. Был хаҡта Октябрь районы башлығы Антон Тарасов хәбәр итте. Ул инспекция менән төҙөлөн барған объектта булды.
«Глумилин биҫтәһендә 1225 урынға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлөшөн тикшерҙем. Урында подряд ойошмаһы вәкилдәре менән осраштыҡ һәм төҙөлөш-монтаж эштәре барышын тикшерҙек. Тышҡы һәм эске инженер селтәрҙәрен һуҙыу, шулай уҡ бүлкәләр һалыу эштәре тамамланып килә, тине коллегалар. Киләһе аҙнала тәҙрә блоктарын ҡуйыу планлаштырыла. Был объект беҙҙең өсөн бик мөһим, шуға күрә эштәрҙең барышын даими контролдә тотам», — тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Антон Тарасов шулай уҡ район хакимиәтенең яңы белем биреү учреждениеһы өсөн белгестәр һайлап алыу эшенең башланыуын әйтте. Мәктәпкә уҡытыусылар, тәрбиәселәр, педагог-психологтар һәм етәкселек хеҙмәткәрҙәр талап ителә.
Бынан алдараҡ 2025 йылда Башҡортостанда белем биреү системаларын яңыртыу федераль программаһы буйынса 35 мәктәпте капиталь ремонтларға йыйыныуҙары билдәле булды.