Өфөлә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы сара бара06.03.2025
Фото: Олег Яровиков

Өфөлә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы сара бара

Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған байрам бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы сараға МХО-ла ҡатнашыусыларҙың әсәләре һәм хәләл ефеттәре, күп балалы ҡатын-ҡыҙҙар һәм үҙ һөнәрендә, сәйәсәттә, бизнеста, фәндә, сәнғәттә ҙур уңыштарға өлгәшкән гүзәл зат вәкилдәре йыйылды. 


«Ошо һоҡланғыс яҙғы байрам гүзәллек һәм мөхәббәт, изгелек һәм наҙлылыҡ, һөйкөмлөлөк һәм аҡыллылыҡ кәүҙәләнеше булып тора, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар, — тине Радий Хәбиров, республиканың барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарын ҡотлап. — Һеҙ донъяға яңы тормош бүләк итәһегеҙ. Ғаилә ҡотон, именлеген һаҡлайһығыҙ. Үҙегеҙҙе бала тәрбиәләүгә, йорт мәшәҡәттәренә бағышлайһығыҙ. Ижадта, изге ғәмәлдәрҙә, хәйриәлектә лә үҙегеҙҙе күрһәтәһегеҙ. Шул уҡ ваҡытта байтаҡ һөнәрҙәрҙә уңышҡа ирешәһегеҙ, төбәкте үҫтереүгә тос өлөш индерәһегеҙ».


Республика етәксеһе күренекле актриса, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Сәүиә Сираеваны шәхсән үҙе сәләмләне. Ул 73 йыл элек театр сәхнәһенә аяҡ баҫа. Бөгөн дә Сәүиә Ғимаҙи ҡыҙы тамашасыларҙы сағыу таланты менән ҡыуандыра.


«Билдәле балерина Гөлсинә Мәүлекәсова ла бөгөн беҙҙең арала. Ул студент сағынан уҡ беҙҙең опера һәм балет театрының балет труппаһында сығыш яһай башлай, хәҙер иһә республиканың төп балетмейстеры. Күренекле ғалим, академик һәм профессор Эльза Камил ҡыҙы Хөснөтдинова ла ошо залда. Уның хеҙмәттәре ғилми берләшмәлә яҡшы билдәле. Эльза Камил ҡыҙы һәм уның уҡыусылары – беҙҙең генетиканың ғорурлығы», — тине Радий Хәбиров.


Бөгөн тотош республиканан меңләгән ҡатын-ҡыҙ яугирҙәр өсөн посылкалар туплай, окоп шәмдәре яһай, маскировка селтәрҙәре үрә, йылы әйберҙәр бәйләй һәм тегә, гуманитар ылауҙар әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша, тип билдәләне республика етәксеһе.


«Беҙ ирекмән ҡатын-ҡыҙҙарға, хәрби хеҙмәткәрҙәр, уларҙың яҡындары, айырыуса һуғышта һәләк булған геройҙарҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек күргәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ. Госпиталдәрҙә яралыларҙы ҡараған, уларға реабилитация үтергә, яңынан сафҡа баҫырға ярҙам иткән табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына айырым рәхмәт. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар илдә тәүгеләрҙән булып үҙҙәренең ирекмән отрядын ойоштороп, фронтҡа ебәрҙе. Әле 56 ҡатын-ҡыҙ Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары госпиталдәрендә эшләп ҡайтты. Кисә беҙ «Беренсе тирмә» проекты сиктәрендә туғыҙынсы төркөмдө оҙаттыҡ. Алғы һыҙыҡ янындағы пунктты шулай тип атайбыҙ, яраланған хәрбиҙәргә иң беренсе ярҙам ошонда күрһәтелә», — тине республика етәксеһе.


Радий Хәбиров шулай уҡ Башҡортостан яугирҙәре менән ғорурланыуын белдерҙе. Уларҙың барыһы ла хәрби бурыстарҙы лайыҡлы үтәй, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә, тип билдәләне ул. Уның һүҙҙәренсә, махсус операция башланғандан алып 13 яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды.


Ул бер нисә ғаилә менән дә таныштырып үтте.


«Бөгөн беҙ лайыҡлы улдар тәрбиәләгән әсәләргә рәхмәт белдерәбеҙ. Залда Архангел районынан Рәмилә Миҙхәт ҡыҙы Бәширова һәм Дәүләкән районынан Наталья Валерьевна Иванова ултыра. Уларҙың һәр береһенең дүрт улы бар һәм бөгөн улар МХО биләмәһендә Ватаныбыҙҙы һаҡлай. Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ, хөрмәтле һалдат әсәләре!» — тине Башҡортостан Башлығы.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-06/v-ufe-prohodit-torzhestvennoe-meropriyatie-k-mezhdunarodnomu-zhenskomu-dnyu-4147092



Вернуться назад