Башҡортостанда авария комиссарҙары статусы ҡануни яҡтан нығытыла06.03.2025
Фото: Ксения Калинина

Башҡортостанда авария комиссарҙары статусы ҡануни яҡтан нығытыла

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы авария комиссарҙарының эшмәкәрлеген көйләүсе закон сығарыу акттарына үҙгәрештәр индерергә һәм ошондай белгестәрҙең иҫәбен системаға һалырға планлаштыра. Был хаҡта республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.


Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, Башҡортостанда юл-транспорт ваҡиғаларының яртыһынан күбеһе ябайлаштырылған тәртиптә, европротоколдар буйынса рәсмиләштерелә, был дәүләт автоинспекторҙарын саҡырмаҫҡа мөмкинлек бирә. Тейешле документтарҙы тултырыу менән авария комиссарҙары шөғөлләнә. Процедураның яйлы булыуына ҡарамаҫтан, һорауҙар ҙа килеп тыуа. Әлеге ваҡытта теләһә кем үҙен авария комиссары тип атай алыуын иҫәпкә алғанда, ҡайһы бер «белгестәр» документтарҙы рәсмиләштергәндә яңылышырға мөмкин. Һуңынан страховка компаниялары түләүҙәрҙән баш тарта. Шуға күрә авария комиссары статусын ҡануни яҡтан нығытырға, махсус реестр булдырырға, дәүләт автоинспекцияһының авария комиссарҙарының һөнәри берләшмәһе менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеген яйға һалырға тәҡдим ителә.


 Был мәсьәләләрҙе парламенттың эксперт советы ҡарағайны. Авария комиссарҙарын әҙерләү программаһын төҙөргә, автомәктәптәр программаһын үҙгәртергә тәҡдим ителә.


Бынан алдараҡ «Башинформ» Дәүләт Йыйылышы депутаттарының Башҡортостан мәктәптәрендә дәрестәр үткәрергә әҙерләнеүе тураһында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-06/v-bashkirii-zakonodatelno-zakrepyat-status-avariynyh-komissarov-4146439



Вернуться назад