Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 100 йәшлек юбилейын билдәләне
Асҡын районында Александра Прокопиевна Степучева 100 йәшлек юбилейын билдәләне. Хакимиәт башлығы Динис Йосопов Ҡуяштыр ауылында йәшәгән юбилярҙы тыуған көнө менән ҡотларға килде.
Ул Рәсәй президенты Владимир Путин исеменән Александра Прокопиевнаға «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл» юбилей миҙалын тапшырҙы.
«Оло йәштә булһа ла, Александра Прокопиевна асыҡ зиһенле, яҡшы хәтерле. Ул еңел булмаған бала сағы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Уға 12 йәш тулғас, әсәһе ҡаты сирҙән яҡты донъянан китеп бара. Шул ваҡыттан алып ҡыҙҙың хеҙмәт биографияһы башлана. Ҡусты-һеңлеләрен тәрбиәләү ҙә уның иңенә төшә, ә тормош иптәше Фёдор Самойлович менән өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Йөҙйәшәр инәй 12 йәшенән хаҡлы ялға сыҡҡансы фермала эшләй. Хәҙер ул ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләренең һөйөүенә һәм хәстәрлегенә сорналып йәшәй», — тип яҙа Динис Йосопов үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Бынан алдараҡ 102 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Полина Григорьевна Туҡтароваға Өфөнөң почетлы гражданы исеме бирелде.