Өфө мэры үҙенсәлекле проект менән таныштырҙы
«Беҙҙең ҡалала үҙенсәлекле һәм матур ландшафт, ул «Зиплайн» күнекмә-күңел асыу комплексы кеүек үҙенсәлекле проекттарҙы бойомға ашырырға мөмкинлек бирә», – тип яҙа Өфө мэры Ратмир Мәүлиев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. – Был урындан Өфөнө яңы ракурстан күрергә мөмкин – урман, ҡаялар, йылға. Күсмә «Инвестиция сәғәте»ндә артабанғы перспективалар тикшерелде.
Ғөмүмән, Телеүҙәк янында бынамын тигән туристик маршрут астыҡ. Бында Һыу ҡыуҙырыу башняһы бар, уның биләмәһен төҙөкләндереү эшен дауам итәбеҙ.
Беҙ Өфөлә туризмды үҫтереүгә яҡшы этәргес бирҙек. Ҙур комплекслы эш үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Туристар ағымын 1,5 тапҡырға арттырҙыҡ, илебеҙҙең иң ҡунаҡсыл өс ҡалаһы исемлегенә индек. Был иһә халыҡтың изге күңелле булыуы, эшҡыуарҙарҙың яҡшы кәйефе тураһында һөйләй. Һәр берегеҙгә рәхмәт. Алда тағы ла ҙурыраҡ маҡсаттар һәм бурыстар көтә».
Хәбәр иткәнебеҙсә, Өфө Рәсәйҙең иң ҡунаҡсыл ҡалаларының береһе булып сыҡты.
https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-05/mer-ufy-rasskazal-ob-originalnom-proekte-4145805