Бынан бер нисә көн элек Өфөлә һеңлеһен юғалтҡан ҡатын дежур часҡа мөрәжәғәт итә. Ҡатын телефонын алмай, ишекте лә асмай икән. Уның өйҙән сығып китеүе икеле – ҡулында дүрт бәләкәс бала булғанда ҡайҙа бармаҡ кәрәк? Вострецов урамындағы йортҡа килгән участка полицейскийы күрше балкондан фатирға инеп ҡарай, ләкин үтә алмай. Шулай ҙа иҙәндә кәүҙә ятҡанын тәҙрә аша күреп ҡала. Полицейский шунда уҡ оператив төркөм саҡырта.
Фатир ишеген емереп ингән хоҡуҡ һаҡсыларының сәсе үрә тора: 26 йәшлек Татьяна, дүрт йәшлек Ваня, өс йәшлек Андрей менән бер йәшлек Викторияның мәйеттәре ята. Балаларҙың һәм ҡатындың тәне бысаҡ менән сәнскеләнгән. Ауыр яраланған биш йәшлек Настя өс көн буйы үлек туғандары эргәһендә ултырған. Ул ниндәйҙер бәхетле осраҡ арҡаһында ғына иҫән ҡалған. Ҡыҙыҡайҙы 17-се балалар дауаханаһына оҙатҡандар. Әле уның ғүмеренә ҡурҡыныс янамай.
Был ҡот осҡос енәйәтте башҡарған ирҙе – балаларҙың атаһын бер сәғәттән ҡулға алғандар. 38 йәшлек Владимир – Ҡаҙағстан гражданы, Рәсәйҙә законһыҙ рәүештә бер нисә йыл йәшәгән. Аҡсаһыҙлыҡ арҡаһында ғаиләлә йыш ҡына иреш-талаш сыҡҡан. Фажиғә булыр көндө лә ыҙғышып киткәндәр. Беренсе ҡатынына бысаҡ менән һөжүм иткән өсөн төрмәлә ултырып сыҡҡан ир был осраҡта ла асыуын ошо рәүешле баҫырға булғандыр. Тик ҡатындан тыш балаларҙың да ғүмеренә ҡул һуҙған…
Әлеге фатирҙа ғаилә февралдән алып йәшәгән. Күршеләре уларҙы ыңғай яҡтан телгә ала. Атай кеше йыш ҡына балалары менән урамға уйнарға сығыр булған. Ә Татьянаны ярҙамсыл, алсаҡ, эшһөйәр ҡатын тип беләләр. Донъя яңғыратып, эсеп, һуғышып йәшәмәгәндәр. Хәйер, был тышҡы күҙәтеү генә… Шулай ҙа сәйер яҡтары ла булған. Улар медицина хеҙмәткәрҙәренә бер ҡасан да ишек асмаған, поликлиникаға ла йөрөмәгән. Ғаиләнең дуҫтары Владимирҙың ҡанһыҙлығын күптән белгән. Атай кеше балаларҙың илағанын яратмаған, шунда уҡ уларға ҡул күтәргән.
Әлеге мәлдә “Кеше үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше асылған. Ул Рәсәй эске эштәр министры тарафынан махсус контролгә алынған. Владимир Колокольцев Өфөгә үҙәк аппараттан бер төркөм офицерҙарҙы енәйәт эшен асыуҙа ярҙам күрһәтеү өсөн ебәрергә ҡарар иткән. Башҡортостан буйынса эске эштәр министры, генерал-майор Михаил Закомалдин ентекле тикшереү үткәрергә бойорған. Фажиғәгә тиклем үткәрелгән профилактик эшкә баһа биреләсәк. Тикшереү бөткәнсе, юғары вазифа биләгән бер нисә полиция хеҙмәткәре вазифаһынан ситләтелгән. Бәлки, фажиғәгә урындағы участка полицейскийының, миграция хеҙмәтенең эшләп еткермәүе лә сәбәпсе булғандыр. Сит ил гражданы оҙаҡ йылдар бер ерҙә лә теркәлмәйенсә йәшәгән, фатирҙа торған, эшләгән. Ошо арауыҡ эсендә тейешле органдар уның менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмаған, кем икәнлеге асыҡланмаған. Иң ҡурҡынысы шунда: Владимир һымаҡтар эргә-тирәлә бихисап...
Л. ҒАФАРОВА.