Радий Хәбиров урта һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары лидерҙары менән осрашты
Бөгөн, 5 мартта, Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров урта һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары лидерҙары менән осрашты.
«Республикала 92 колледж бар, уларҙың һаны буйынса илдә алдынғы урындарҙы биләйбеҙ. Уларҙа 120 мең студент белем ала. 169 белгеслек һәм 84 эшсе һөнәр буйынса кадрҙар әҙерләнә. Беҙҙә күп кенә тармаҡтарҙа квалификациялы кадрҙарға ҡытлыҡ ҙур. Эшсе һөнәрҙәр йәнә популярлыҡ яулай бара. Технологияларҙы үҫтереү, автоматлаштырыу, һанлы форматҡа күсеү һөҙөмтәһендә һеҙҙең алда киң мөмкинлектәр асыла.
Һеҙ – заманса ҡорамалдарҙа эшләү, мөһим техник оҫталыҡ, юғары квалификация алыу мөмкинлеге булған яңы быуын белгестәре. Быларҙың барыһы ла һеҙгә профессиональ яҡтан үҫешеүҙә мөһим роль уйнай.
Беҙ урта һөнәри белем биреүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ, колледждарҙа һәм ятаҡтарҙа капиталь ремонт эшләй башланыҡ», — тине Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Башлығы тәҡдиме менән 2022 йылдан урта һөнәри белем биреү учреждениеларын яңыртыу буйынса төбәк программаһы ғәмәлгә ашырыла. Былтыр 15 колледжға 331 миллион һумлыҡ капиталь ремонт яһалды.
«Өс йылда республика ҡаҙнаһынан 29 колледжды капиталь төҙөкләндереү өсөн 1,3 миллиард һум бүлдек. Быйыл Мәсәғүт педагогия һәм Аҡъяр тау колледжын, шулай уҡ Башҡорт агросәнәғәт колледжының Шишмә филиалын ремонтлайбыҙ. Алты колледж ике йылда ҡорамалдарҙы яңыртыуға 30-шар миллион һум аҡса алды», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Быйылдан колледждарҙы капиталь ремонтлау буйынса федераль программа башлана.
Осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы студенттарҙың һорауҙарына ла яуап бирҙе. Был хаҡта беҙҙең киләһе материалдарҙа уҡығыҙ.