Балаларға энергетиктар һатҡан өсөн ярты миллион һум штраф янай
Дәүләт Думаһы бәлиғ булмағандарға энергетиктар һатҡан өсөн административ яуаплылыҡ билдәләгән закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. 1 марттан Рәсәйҙә уларҙы һатыу тыйылды, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».
Бының өсөн өсөн ҙур штрафтар билдәләргә тәҡдим ителә. Әйтәйек, ойошмалар өсөн ул – 300-500 мең, вазифалы кешеләр өсөн – 100-200 мең, ә граждандар өсөн 30-50 мең һум тәшкил итергә тейеш. Парламентарийҙарҙы йәштәр араһында энергетик эсемлектәрҙең популяр булыуы борсой. Табиптар ҙа уларҙың зыянлы икәнен раҫлай, энергетиктар гипертония, йөрәктең ишемия ауырыуы, диабет һәм башҡа сирҙәргә килтереүе ихтимал.