Өфө – Рәсәйҙең иң ҡунаҡсыл ҡалаларының береһе05.03.2025
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Өфө – Рәсәйҙең иң ҡунаҡсыл ҡалаларының береһе

Өфө илдең иң ҡунаҡсыл ҡалалары рейтингында өсөнсө урында тора. Уны SuperJob порталы төҙөгән. Башҡортостандың баш ҡалаһы Волгоградтан һәм Омскиҙан ғына ҡалыша. Дүртенсе урында – Ҡазан, бишенселә – Силәбе.


Рейтингты төҙөү өсөн ҡала халҡынан туристарҙың артыуын хуплаймы-юҡмы икәнен һорағандар. Күберәк кеше «эйе» тип яуап бирһә, ҡала шул тиклем «ҡунаҡсыл» тип иҫәпләнгән.


Волгоградта һорауға яуап биреүселәрҙең 68% ҡунаҡтарҙың артыуына ыңғай ҡарашта, Омскиҙа — 65%, Өфөлә — 64%. Санкт-Петербург 43% күрһәткес менән 14-се урында килә. Мәскәү халҡының 39% ғына туристарҙы ярата.


Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда туризмды үҫтереү хаҡында яҙғайны.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-05/ufa-okazalas-odnim-iz-samyh-gostepriimnyh-gorodov-rossii-4145026



Вернуться назад