Ҡар һәм буран: Башҡортостанда ҡышҡы һауа торошо һаҡлана05.03.2025
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Ҡар һәм буран: Башҡортостанда ҡышҡы һауа торошо һаҡлана

Башҡортостанда алдағы ике көндә ҡарлы-буранлы һауа торошо көтөлә, тип фаразлай Башгидромет синоптиктары.


Бөгөн, 5 мартта, республикала бер аҙ ҡар, айырым райондарҙа буран һәм боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ 0, -5 градус була.


Кесе йома, 6 мартта, республикала шулай уҡ ҡарлы һауа торошо һаҡлана. Ел йәнә көньяҡтан һәм көньяҡ-көнсығыштан талғын. Төндә -7, -12, көндөҙ 0, -5 градус.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-05/sneg-i-metel-v-bashkirii-sohranitsya-zimnyaya-pogoda-4144974



Вернуться назад