Һаумыһығыҙ, хөрмәтле "Башҡортостан" гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙгә Әбйәлил районының Хәмит урта мәктәбе коллективы ҡайнар сәләм ебәрә. Былтыр "Барлыҡ коллектив менән — "Башҡортостан"ға!" акцияһында ҡатнашып, һеҙҙең баҫмаға тотош коллектив менән яҙылғайныҡ. Быйыл да тәүге ярты йыллыҡҡа ойошҡан яҙылып, гәзит аша республикабыҙҙың тын алышы, тормошо, тарихы, мәҙәниәте, әҙәбиәте, сәнғәте, яҡшы кешеләре тураһында хәбәрҙар булдыҡ. Әле икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу осоронда, шөкөр, "Башҡортостан"ды алдырыусылар тағы ла артты, мәктәп коллективы дәррәү, бик теләп яҙылды. Бөгөн уны 29 кеше алдырып уҡый.
"Башҡортостан" гәзитен һәр ваҡыт алдырайыҡ, уның менән дуҫ булып ҡалайыҡ, милләттәштәр! Ә баҫмабыҙ киләсәктә тағы ла уҡымлыраҡ, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булһын, уҡыусылары ла күпкә артһын!
Г. БАҺАУЕТДИНОВА,
китапханасы.
Әбйәлил районы,
Хәмит урта мәктәбе.